Беҙ Башҡортостан 3.0 төҙөлөшөнә күсәбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында ҡатнашып шулай тип билдәләне. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотланы, закон сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Тәүге ултырышта парламент составын ойоштороу эштәре башҡарылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Алтынсы саҡырылыш депутаттар өсөн көтөлмәгән һынауҙар менән иҫтә ҡалды, әммә берҙәм рәүештә уларҙы йырып сыҡтыҡ. Маҡсат - артабан да шулай уҡ дөйөм көс менән еңеүгә барыу.
Киләһе йылда мөһим һайлау кампанияларын - яҙғыһын Рәсәй Президентын һайлауҙы, көҙгөһөн республика башлығын, район һәм ҡала советтары депутаттары өсөн тауыш биреүҙе лайыҡлы үткәреү бурысы тора. Төп маҡсат - илде, иҡтисадты, оборона ҡеүәтен нығытыуға, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән курсты дауам итеү, тине Радий Хәбиров.
Федерация Советында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан сенатор вәкәләттәре Олег Головҡа йөкмәтелде. Быға тиклем Олег Голов Благовещен районы хакимиәтен етәкләне.
Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе вазифаһына Константин Толкачев быйыл алтынсы тапҡыр һайланды. Рәйес урынбаҫарҙары Тамара Танһыҡҡужина, Илшат Тажетдинов һәм Салауат Хөсәйенов.
Комитеттар һәм уларҙың рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары билдәләнде. Яңы саҡырылышта 9 комитет эшләй.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса:
Парламент йәш көстәр менән дә тулыланған. Депутат креслоһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, табиптар, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, журналист, хатта карикатура оҫтаһы ла бар.
Депутат һәр ауылда, ихатала булырға тейеш. Төбәк етәксеһе парламентарийҙарҙы халыҡ менән осрашып торорға саҡырҙы. Һәр тотонолған бюджет һумы файҙа килтерергә тейеш. «Реаль эштәр», «Башҡорт ихаталары», һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуға артабан да иғтибар бүлергә кәрәклеге әйтелде.
Рәмилә Исмәғилева



