Башҡортостанда турбина заводы төҙөү өсөн 9 миллиард һум инвестиция һалыныуы мөмкин

Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Осрашыуҙа инвесторҙар үҙ проекттары менән таныштырҙы. Дүрт проект Республика етәкселегендә ҡыҙыҡһыныу уятты, улар сәнәғәт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе буйынса. Был проекттарға өҫтөнлөклө статусы һәм һалым ташламалары бирергә тәҡдим ителде. Һүҙ нефть-газ ҡоролмалары сығарыу буйынса махсуслашҡан заводта станоктарҙы камиллаштырыу, Бишбүләк районыныда сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн һаҡланыу әйберҙәре етештереү, Өфөнөң Октябрь районында сервис хеҙмәтләндереүе үҙәге асыу тураһында бара. Стационар газ турбиналарын етештереүҙе, хеҙмәтләндереүҙе, ремонтлау буйынса предприятие асыу проектын Республика башлығы ла хупланы. Ҡеүтәле завод 500 кешене эш урыны менән тәьмин итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ