Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» менән көс һынаша

«Металлург» әлеге ваҡытта 23 мәрәй менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысын биләй. 14 мәрәй туплаған «юлаев»сылар һигеҙенсе урында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаршамбы үткән ситтәге матчта яҡташтарыбыҙ Силәбенең «Трактор»ын 4:0 иҫәбе менән ҡыйратҡайны. Хужалар ҡапҡаһына яуапһыҙ шайбаларҙы Евгений Бирюков, Вячеслав Лещенко һәм ике тапҡыр Артём Пименов индерҙе. Бөгөнгө осрашыу киске сәғәт 7-лә башлана. Уйындың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ