Илдең алдынғы сәнәғәт кластерҙары бөгөн Өфөлә үҙ проекттарын яҡлай

Санкция сәйәсәте шарттарында производствоны модернизациялау, импортты алмаштырыу, илдәге компаниялар араһында кооперацияны көсәйтеү юлдары ҡарала. Форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән етештереүселәр үҙ проекттары менән таныштыра. Етештереүҙә яңы алымдар, яңы продукциялар тәҡдим ителә.

Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәт сәйәсәте департаменты һәм Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм йылдам үҫеш биләмәләре ассоциацияһы ярҙамында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара буйынса һөҙөмтәләр йылдың дүртенсе кварталында билдәле була. Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһала.

Беҙ кабель етештереүҙә яңы төр сүс сығарыу буйынса эшләйбеҙ. Ул мәғлүмәтте тиҙерәк һәм теүәл еткереү сифатына эйә. Мәҫәлән, алыҫ араларға подстанциялар һирәгерәк кәрәк була, кабелде хеҙмәтләндереү ҙә ҡатмарлыҡ тыуҙырмай.

Евгений Суятин, «Инкаб» заводы бүлеге етәксеһе, Пермь
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ