Йәшәреү урынына, йәрәхәт. Өфөлә йәшәүсе ҡатынға смас-лифтинг процедураһы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән. Ҡиммәтле хеҙмәтте ул баш ҡала клиникаларының береһендә алған. Осраҡ буйынса республиканың тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Смас-лифтинг йәки битте тарттырыу процедураһын Олеся Вәлиева 2021 йылдың ноябрендә эшләтә. Быға тиклем үҙе белгән табип-косметологҡа мөрәжәғәт итә. Процедураны ҡатын-ҡыҙға элек тә эшләгәндәр, әммә икенсе аппаратта. Был юлы клиентты көслө ауыртыуҙар борсой башлай. Ләкин табип биттең тәбиғи саф матурлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күңелһеҙ тойғоларҙы кисереп торорға кәңәш итә.
Бер нисә тапҡыр шылтыратып ҡарағандан һуң, ниһайәт, косметолог яуап бирә, дарыу эсеп ҡарарға кәңәш итә. Шеш кәмеүгә кәмей, әммә яңаҡта эскә батып торған йәрәхәттәр хасил була. Йәнә клиникаға мөрәжәғәт итеү тағы ике тапҡыр аппаратлы процедура яһау менән тамамлана. Улар өсөн зыян күреүсе 50 мең түләй. Аҡса юғалтыу - бәләнең бер өлөшө генә.
Ғәфү үтенеүҙәр ҙә, компенсация ла көтөп ала алмағас, Олеся судҡа мөрәжәғәт итә. Асыҡланыусынса, клиника лицензияһыҙ эшләй. Косметолог быны бер урындан икенсеһенә күсенеү менән аңлата.
Смас-лифтинг - хирургик ҡыҫылышһыҙ битте тарттырыу процедураһы. Тиренең эске ҡатламдарына йүнәлтелгән ультатауышлы тулҡындар ҡулланыла. Аппараттың тәҫьир көсө һәр клиентҡа шәхси һайланырға тейеш.
Республиканың тәфтиш комитеты сифатһыҙ косметологик хеҙмәт күрһәтеү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Белгестәр әйтеүенсә, яңаҡтағы май ҡатламын тергеҙергә була. Ләкин өҫтәмә процедура арзандарҙан түгел. Ә бына уңышһыҙ лифтинг арҡаһында сарыф ителгән көс һәм матурлыҡты кире ҡайтарып булмай.






