Республика Үзбәкстанға күберәк тауар оҙата башлаған

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, быйыл Ташкентҡа экспорт 26 процентҡа артҡан. “Тышҡы тауар әйләнәше буйынса Үзбәкстан 8-се урында тора. Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында план әҙерләнек. Ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу ҡарала”, - тине Рөстәм Моратов. Быйыл Ташкентта Башҡорт эшҡыуарҙары клубы булдырылды. Ул республиканың иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштыра. Шулай уҡ Сауҙа йорто асыу ниәте бар.

Фото №1 - Республика Үзбәкстанға күберәк тауар оҙата башлаған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ