Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы башланды

Унда 70-тән ашыу төбәктән вәкилдәр ҡатнаша. Йыйында Олимпия хәрәкәтен үҫтереү стратегияһы ҡарала. Документ 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән. Форумда спортсыларҙың халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашыуына бәйле мәсьәлә лә ҡарала. Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков әйтеүенсә, сәйәси сәбәптәр арҡаһында Олимпия уйындарында сығыш яһай алмаған атлеттарға компенсация түләнә.

Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы башланды

        Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов беҙҙең республикала спортсылар һәм уларҙың тренерҙарын матди дәртләндереү саралары менән таныштырҙы. Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙарына ғүмерлек стипендия түләнә. Бындай алымды башҡа төбәктәрҙә лә таратыу ҡарала.

Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы башланды

Өфөлә ошо көндәрҙә Республика Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған саралар уҙа.

Фото №1 - Өфөлә Бөтә Рәсәй Олимпия советтары форумы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ