Ул 10-12 октябргә тәғәйенләнгән. Минск ҡалаһында ойошторолған сараларҙа республикабыҙҙан ундан ашыу әҙип ҡатнаша. Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов белдереүенсә, беларусь баҫмаларында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре донъя күрә. Беҙҙең республика журналдары белорус яҙыусыларының ижад өлгөләрен башҡорт һәм рус телдәрендә сығара. 11 октябрҙә Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә була.







