Форум 1 мартта Сочиҙағы “Сириус” биләмәһендә үтә. Республика Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук белдереүенсә, сараның рәсми сайтында теркәлеү башланған. Ул 4 ноябргә тиклем дауам итә. Фестивалдә Башҡортостандан 14 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 270 кеше ҡатнаша. Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола. Сочиға донъя илдәренән 20 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә.







