Дағстан шағирының исеме Киров районы урамдарының береһенә бирелә. Ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Дағстан Башлығы Сергей Меликов, беҙҙең республикалағы Дағстан милли мәҙәниәт ойошмаһы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд исем биреү тәҡдиме менән сығыш яһаған. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысты хуплаған. Быйыл мәшһүр әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулды.







