Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд ойошторолоуға - 35 йыл

Рәсәй гвардияһының ОМОН хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау, террорға һәм экстримизмға ҡаршы күп яҡлы эш алып барыусы подразделение. Байрам уңайынан хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Республикала махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды 1988 йылда ойошторолған. Отряд барлыҡҡа килгән көндән алып полиция полковнигы, «Булат» хәрби ҡушаматлы яугир башҡа хеҙмәткәрҙәр менән тәртип һағында тора. Өс тиҫтә йыл эсендә оҙайлы, хәүефле командировкалар, хәрби дуҫтарҙы юғалтыу, ҡатмарлы маҡсаттар - барыһын да үтергә тура килде ти тәжрибәле хоҡуҡ һаҡсыһы.

Башҡортостандан махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтан более 220-нән ашыу кеше юғары дәүләт наградаларына, шул иҫәптән 10 кеше «Батырлыҡ ордены»на лайыҡ. Башҡортостан башлығы отряд хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләп, подразделениеға нигеҙ һалған ветерандарға рәхмәтен еткерҙе.

2016 йылдан алып махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд Рәсәй гвардияһы ҡарамағында хеҙмәт итә. Отряд ойошторолған көндән алып мөһим һәм ҡатмарлы бурыстарҙы үтәй. Енәйәтселәргә ҡаршы көрәш, шартлатҡыстарҙы зарарлау, күләмле сараларҙа һәм ғәҙәттән тыш хәл осраҡғында хәүефһеҙлекте тәьмин итә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ