Республика ирекмәндәре һәм мобилизацияланғандар өсөн ярҙамды Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, 16 муниципалитет, сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт иткән Дыуан районы ветерандары, Өфөнөң «Иптәштәр» хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы тараынан тупланған. Колоннала 32 берәмек техника, 58 кеше. Йөк машиналарына 29 автомобиль, тепловизорҙар, рациялар, һыу, 300 кубометр ағас, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ- түлек, медикаменттар һәм яугирҙарҙың яҡындарынан посылкалар тейәлгән.






