46 йәшлек ханым улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар итә. Бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. «Башҡорт батальондары» телеграмм каналында яугир әсәһе Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтеп, үҙен “Башҡортостан” полкына күсереүҙәрен, бөгөн үҙебеҙҙең егеттәр эргәһендә булыуын белдергән. Алғы һыҙатта эшләүсе ашнаҡсы менән БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров осрашты.
Үҙебеҙҙең мәтрүшкә, бал, үҙебеҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар. Айгөл Аллағолова яҡташтары янына эләгеүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Махсус хәрби операцияла улы һәләк булғандан һуң әсә күп тапҡырҙар алғы һыҙыҡҡа эләгеү юлдарын эҙләй. Өфөлә хәрби ашнаҡсыға ла уҡып сыға. Ләкин «Башҡортостан» полкына ҡушылып өлгөрмәй.
Хәҙер рядовой Аллағолова «Башҡортостан» полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһына аш-һыу бешерә.
Хәрби ҡушаматты ла Айгөл батырҙарса һәләк булған, үлеменән һуң «Ҡаһарманлыҡ» һәм «Шайморатов» ордендары менән билдәләнгән улының иҫтәлегенә һайлай.
Хәҙер һәр яугир минең өсөн улым , ти ханым. Яуҙа ла үҙе өсөн түгел, ә тап улар өсөн ҡурҡа.
Ҡыҫҡа ғына хеҙмәт ваҡыты эсендә «Улым» ҡушаматлы яугир хәрби сынығыу ҙа алып өлгөргән. Шуға ла алғы һыҙыҡтағы көсөргәнешлекте яҡшы аңлай. Тап унда геройҙар, ти Айгөл.
Айнур Кәбиров






