Табиптар ҡулына һепертке алды. Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәһенә сыҡты. Бөгөн улар Башҡортостан шефлыҡҡа алған ҡаланың парктарын тәртипкә килтерҙе.
Шәмбе өмәһен «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе ил башлығы Владимир Путиндың тыуған көнөнә арнап уҙғарҙы. Бындай сараларҙан Башҡортостан вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Йыш ҡына табиптар ҙа ял көндәрен тап ҡаланы тәртипкә килтереүгә бағышлай.
Тирә йүндең бөхтә булыуы ла йәмғиәт сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай, ти табиптар. Парктарҙы таҙартыуҙан тыш улар туҡталыштарҙы, эскәмйәләрҙе лә буяй. Яҡташтарыбыҙға ҡарап урындағы халыҡ та йыш өмәләргә сыға башлаған.






