Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге декабрҙә файҙаланыуға тапшырыла

Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге декабрҙә файҙаланыуға тапшырыла.

Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса эшләгән медицина учреждениеһы бар, әммә иҫке корпус 45 балаға ғына иҫәпләнгән. Шуға күрә лә йыл һайын 400-гә яҡын пациент дауаланыу курсы үтеү өсөн федераль үҙәктәргә ебәрелә. Яңы заманса объект балаларҙы урында дауалау мөмкинлеге бирә.

Медицина учреждениеһы үҙ эсенә онкология, гематология, интенсив терапия, радиология тикшереүҙәре, амбулатор диагностика бүлектәрен, лабораторияны, операция блогын һәм көндөҙгө стационарҙы ала. Үҙәк 92 урынға иҫәпләнгән. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөүгә 4 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән, төҙөлөш эштәре әле 90 процентҡа тамамланған. План буйынса объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған, әммә Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эш тиҙләтелгән.

Был заманса медицина учреждениеһы, ул иң сифатлы ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Әлегә тиклем беҙҙең Республикала онкология һәм гематология буйынса бындай кимәлдәге дауахана юҡ ине. Башҡортостанда тәүге тапҡыр криобанк урынлаштырыла, йәғни елек мейеһен һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырыла. Был трансплантациялау мөмкинлеге аса.

Айбулат Рәхмәтуллин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ