Өфөлә Ҡан тамырҙары форумының бөгөн икенсе көнө

Башҡорт дәүләт медицина университетында барған форум флебология өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙе йыйҙы. Улар ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙы, клиник осраҡтарҙы тикшерә, тәжрибә уртаҡлаша. Ике көнгә иҫәпләнгән программала эксперттар дауалау өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар һәм ҡаҙаныштар менән таныштыра, көнүҙәк темаларға сығыш яһай. Рәсәй флеблогтары ассоциацияһы үткәргән сарала баш ҡала һәм республика район-ҡалалары табиптары, медицина университеты студенттары ҡатнаша. Белгестәр Башҡортостан табиптарының эш тәжрибәһен юғары баһалай.

Башҡортостандағы табиптар мәктәбе айырылып тора. Профессор Владимир Плечев флебология өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштарҙы ҡулланып эшләй. Ул йәш белгестәргә өлгө.

Игорь Сучков, Рәсәй флебологтары ассоциацияһы президенты, медицина фәндәре докторы

Ҡан тамырҙары форумында фәнни, фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында форум ҡатнашыусылары флебэктомия процедураһын күҙәтте. Операция Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында 60 йәшлек ҡатынға яһалды. Ул варикоз менән ауырыған булған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ