Алан Һаҙыевтан - «Яҙмыштар шаһиттары»

Шәһит Хоҙайбирҙин музейында йәш коллекционер һәм механик сәғәттәр ҡорау оҫтаһы коллекцияһынан үҙенсәлекле экспонаттар тәҡдим итә. Ваҡыт ҡәҙерен белеүсе йәш коллекционер менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты

Һәр экспонат үҙендә тотош бер дәүерҙе һәм кешеләр яҙмышын сағылдыра. Алан Һаҙыевтың 3 йәшенән механик сәғәтте һүтеүҙән башланған шуҡлығы, тора-бара яратҡан шөғөлгә әүерелә. Әлеге ваҡытта йәш оҫтаның коллекцияһында 600 -ҙән ашыу сәғәт иҫәпләнә. Механик сәғәттәр донъяһы Аланды ҡатмарлы механизмдары менән үҙенә йәлеп иткән.

Тап ошо сәғәттә курант һуғыу иң ҡатмарлыһы, уны эшләтеүгә 30-ҙан ашыу механизм ҡулланыла.

Алан Һаҙыев, сәғәт ҡорау оҫтаһы, коллекционер

Алан да башҡа тиҫтерҙәре кеүек балалар баҡсаһына йөрөгән. Эштән һуң уны алырға килгән ата- әсәһенән һәр ваҡыт тура өйгә ҡайтмай Совет майҙанына алып барып куранттар һуғыуын тыңлатыуҙарын үтенгән.

Һирәк осрай торған шөғөл һигеҙенсе класс уҡыусыһына мәктәп программаһын үҙләштереүгә ҡамасауламай. Сөнки ваҡыт ҡәҙерен белеүсе үҫмерҙең һәр минуты иҫәптә. Был уның Өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын механик сәғәттәр коллекцияһы менән таныштырған дүртенсе күргәҙмәһе.

18-се быуаттан алып үткән быуаттың етмешенсе йылдарына тиклем донъяның төрлө илдәрендә етештерелгән үҙенсәлекле механик сәғәттәр күргәҙмәһе ҡышҡы каникулға тиклем Шәһит Хоҙайбирҙин музейында эшләй. Уҡыусылар һәм студенттар «Пушкин картаһы»н файҙалана ала.

«Яҙмыштар шаһиттары» механик сәғәттәр күргәҙмәһендә 150-нән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Сәғәт йыйыу оҫтаһы Алан Һаҙыев киләсәктә лә был шөғөлөн дауам итеп, бөтә донъяла етештерелгән затлы механик сәғәттәр коллекцияһын тулыландырыу теләге менән яна.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ