“Роснефткә” ҡараған “Башнефть” компанияһы йылдағыса “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Башҡортостан нефтселәре Асылыкүлдең төньяҡ-көнбайыш ярына 30 мең төп ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртты. Акцияны үткәреү урынын һәм ултыртыу өсөн бындай үҫентеләр осраҡлы һайланмаған. Ғалимдар билдәләүенсә, Сукачев ҡарағайҙары һәм ҡарағастары Башҡортостандағы иң ҙур күлдең ярҙарын йыуылыу һәм һаҙлыҡҡа әйләнеүҙән һаҡлай. “Башнефть” компанияһы экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирә. Киләһе йылда ла "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылырға һәм Дәүләкән районында 30 мең төп ҡарағай ағасы ултыртыу ҡарала.







