Дамир Мостафин: “Ул ысын патриот”

Әлшәй районы хакимиәте башлығы батыр яугир менән таныштырған. “Һеҙҙең алда “Пух” ҡушаматлы һалдат. Ул махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡҡа ебәрелде. 25 йәшлек яҡташыбыҙ хәрби контракт төҙөгән. Ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Яңыраҡ тыуған ауылына ялға ҡайтып китте. Ул  ғаиләһен һәм балаларын һағына. Әммә илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән егет ситтә ҡала алмаған, тыуған ил һағына баҫҡан”, - тип яҙа социаль селтәрҙә Дамир Мостафин. “Рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” - тип тамамлаған яҙмаһын Әлшәй районы хакимиәте башлығы.

Оборона министрлығы Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәргә контракт тәҡдим итә. Өфөлә, Революция урамы 156-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була. Башҡа район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе хәрби комиссариаттың урындағы бүлексәләре ҡабул итә. Башҡортостан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко һөйләй.

Дамир Мостафин: “Ул ысын патриот”
Фото №1 - Дамир Мостафин: “Ул ысын патриот”
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ