Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн төрлө  һөнәр эйәләре - ғалимдар,  табиптар, энергетиктар, төҙөүселәр,  уҡытыусылар, эшҡыуарҙар бүләкләнде.  - Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә  Башҡортостан уңышлы үҫешә,  иҡтисадты  һәм социаль  өлкәне  нығыта. Киләсәккә  ышаныслы  ҡарай.  Сәнәғәтселәр һәм ауыл  хеҙмәтсәндәренең юғары һөҙөмтәләренә  ҡыуанабыҙ, ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә  ашырабыҙ. Мәктәп, балалар баҡсаһы,  дауахана, спорт объекттары  төҙөйбөҙ.  Ҡала һәм ауылдарҙы  тәртипкә  килтерәбеҙ.  Һеҙҙең һәр берегеҙ - республика ғорурлығы, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы  Радий  Хәбиров  Республика  көнө алдынан дәүләт наградалары  тапшырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ