Майлы культура 2 мең 400-ҙән ашыу гектарҙа үҫтерелде, һәр гектарҙан 23 центнерға яҡын уңыш алынды. Был республика буйынса иң юғары күрһәткес. “Ленин” исемендәге хужалыҡ быйыл да алдынғылыҡты бирмәне, ти райондың баш агрономы Эдуард Янсубаев.
Республикала көнбағыш быйыл 37 районда үҫтерелде.




