Район һәм ҡалаларҙа тантаналы йыйылыш һәм концерттар уҙа. Бүздәк районында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты үтәлеше менән таныштыралар. Мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратура, компьютер техникаһы һатып алынды, ижади коллективтар өсөн кейемдәр тегелде. Баймаҡ ҡалаһында 85 йыллыҡ юбилей уңайынан тантаналы саралар уҙа. Ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, яңыртылған үҙәк майҙанда үҙэшмәкәр артистар һәм эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Өфөлә Республика көнө уңайынан төп саралар иртәгә үтә.








