Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Республикала социаль объекттарҙың 97 процентына йылы ебәрелгән. Бынан тыш, ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһын ҡышҡыллыҡҡа әҙерләү, ихтыяж юғары булған маршруттарҙа автобустар һанын күбәйтеү һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 1-се миҙалды Башҡортостан башлығы айырыуса ихтирам менән республика хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Азат Бадрановға тапшырҙы. Бер йыл дауамында махсус хәрби операцияла булып тыуған яғына ялға ҡайтҡан хәрби оператив кәңәшмәлә тәбрикләнде.
Үҙ сиратында Азат Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар исеменән рәхмәтен еткерҙе. Ватан өсөн көрәш барған ҡатмарлы осорҙа республика ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Радий Хәбировға Донбасстан килтерелгән «Һуғыштан тыныслыҡҡа» скульптураһы бүләк ителде. Автомат һәм снарядтар өҫтөндә үҫкән рауза сәскәһе дошман көстәрен тиҙҙән еңеп Еңеү етәсәген һүрәтләй.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп тема йылытыу миҙгеле менән бәйле булды. Дүшәмбе 9 октябрҙән республиканың бөтә торлаҡ йорттар ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла башлай. Системаны көйләнгәнсе бер нисә тәүлек үтеүе ихтимал, әммә йылы биреү 12 октябргә тиклем тамамланырға тейеш.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһын ҡышҡыллыҡҡа әҙерләү һорауҙары ла иғтибарға алынды. Ҡар яуғандан һуң юлдарҙы таҙартыу һәм урамдарҙы тәртиптә тотоу өсөн йыл аҙағына тиклем автопарк 200-ләп яңы транспорт сараһы менән тулыланасаҡ. Уҙған аҙнала республикаға килтерелгән 50 автобусты ихтыяж юғары булған, кәрәкле маршруттарға сығарыу маҡсаты ҡуйылды.
11 октябрь Республика көнө уңайынан Башҡортостанда яңы объекттар сафҡа индереләсәк. Уларҙың береһе иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса Белоруссияның “Амкадор” заводы. Шишәмбе төбәккә эш сәфәре менән ҙур ҡунаҡтар киләсәк. Өфөлә Белоруссия премьер-министры Роман Головченко һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания көтөлә.
Флорида Ким






