Бөгөн 27 меңдән ашыу төр продукция «Башҡортостан продукты» билдәһе менән сыға

Был проект эшҡыуарҙарға яңы кимәлгә күтәрелергә, сауҙа баҙарын киңәйтергә, көнбайыш брендтары санкциялары һөҙөмтәһендә бушаған урындарҙы биләргә ярҙам итә. Проект дипломанттарының береһе менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров таныштырҙы.

Өфө эшҡыуары Артур Зарипов продукцияһын рекламалау стратегияһын дөрөҫ төҙөү буйынса ярҙам алған. Һәм ул бокс менән ағас - күмер брикеттары етештерә башлаған. Улар мангалдарҙа, мунса мейестәрендә һәм усаҡтарҙа яғыулыҡ сифатында ҡулланыла. Әйткәндәй, был республикала беренсе һәм берҙән-бер брикет етештереүсе. Артур Зариповтың брикеттары менән бокстары төбәк сауҙа селтәрҙәре магазиндарында ла бар. Йүнсел киләсәктә федераль кимәлгә сығырға ниәтләй, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ