Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Республика көнө уңайынан тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм спортсылар - барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Тантана залынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Тантана залы трибунаһынан төрлө тармаҡ алдынғылары хеҙмәтенең юғары баһаһы өсөн ғәҙәттә, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Билдәле шағирә, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова яңы баҫылған китабынан шиғыр уҡып ишеттерҙе. Республика көнө алдынан тиҫтәләгән художество китаптары һәм 500 ашыу йыр авторы, Башҡортостандың халыҡ шағирына Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Тантанала Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр - мәғариф, фән, ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһендә уңышлы эшләүселәр ҙә тәбрикләнде. Орден-миҙалдар, рәхмәт хаттарын республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Башҡортостан тырыш һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота, тап улар ярҙамында төбәк үҫешә, тулы ышаныс менән киләсәккә ҡарай тип билдәләне республика етәксеһе

Абруйлы исемдәргә лайыҡ булыусылар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының элекке мөхәррире Светлана Мушкина ла бар. Коллегабыҙ ярты быуатҡа яҡын БСТ каналында эшләй, уның етәкселегендә «Беҙҙең йылдар», «Алтын мираҫ», «Опера миҙгеле», «Автограф» кеүек тапшырыуҙар донъя күрҙе, төбәктең билдәле шәхестәренә арналған документаль фильмдар төшөрөлдө. Уға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.

Сибай филармонияһы артисы иһә бөгөн ил һағында, Илгиз Әбдрәшитовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир лайыҡлы наградаһын ҡулына алды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә даими гуманитар ылау оҙатыуҙы ойошторған, төбәктә хәйриә эшен алып барыусы эшҡыуар Илсур Нәбиуллин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла республика ғорурлығы булыуын билдәләне. Ил өсөн еңелдән булмаған осорҙа Башҡортостан ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Быға бөгөн залда йыйылған хеҙмәт алдынғыларының ҡаҙаныштары асыҡ дәлил

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ