Башҡортостанда ойошторолған хәрби-десант ғәскәрҙәренең танк батальоны өсөн хәрби күнекмәләр башланды

Уның составында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 150 ашыу кеше тупланған. Батальон сентябрь дауамында формалашҡан. Унда танк ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт юлы үтеүселәр һәм ошо ғәскәрҙәргә яҡын хәрби һөнәре булғандар алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем хәрби хеҙмәт үткән 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр котрактҡа ҡул ҡуя ала. Минималь контракт- бер йыллыҡ. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр белешмә өсөн 117 һандарына батальондар формалаштырыу буйынса республика хәрби комиссариатына, үҙәк штабҡа мөрәжәғәт итә ала.

Беҙгә контаркт буйынса хеҙмәт итеүселәр сафына баҫыусылар алдан хәбәрҙар булып килә. Ә мәғлүмәте булмағандар менән беҙ әңгәмәләшеп профориентация эшен алып барабыҙ.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест һәм профориентация үткәреү офицеры

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн соцмаль гарантиялар исемлеге раҫланған. Мәҫәлән, улар Оборона министрлығы иҫәбенә махсус ипотека буйынса торлаҡ ала, балалары бушлай юғары уҡыу йорттарына инә һәм йәйге ял лагерҙарында ял итеү мөмкинлегенә эйә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ