«Ерҙә эҙең ҡалһын» . Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе әүҙем йәмәғәтсе, табип-хирург Ринат Заһиҙуллин етәкселегендә ирекмәндәр, тәбиғәт һаҡсылары «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Дәүләкән районында ҡарағай ултыртып, урманды йәшелләндереүселәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса митингта ҡатнашыусылар Рәсәй һәм Башҡортостан гимнына ҡушылып йырланы. Экологик акцияға йыйылыусыларҙы яҙыусы Лира Яҡшыбаева тәбрикләп, беҙ бергә һәм берҙәм булғанда ғына тирә-яҡ мөхитте экологик һәләкәттән ҡотҡара аласаҡбыҙ тип билдәләне.
Үҫентеләр тигеҙ рәт булып тупраҡҡа күсерелде. Ылыҫлы ағасты беренсе тапҡыр ултыртыусыларға иһә ,уларҙы ниндәй йышлыҡта һәм тәрәнлектә ултыртырға кәрәклеге хаҡында,тәжрибәлерәктәре ярҙам итте. Урман тергеҙеү сараһынан хатта хаҡлы ялдағы өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмаған.
Тәбиғәткә ысын күңелдән ярҙам итеүселәрҙе хатта һалҡын һауа торошо ла ҡурҡытмаған. Юнир Һағынбаев башҡарыуында көй-моңдар экологик сараға ҡатнашыусыларға дәрт -дарман өҫтәне. Йәмәғәт башланғысы менән акцияны ойоштороусы сараға тотош ғаиләһе менән килгән. Был «Бөртөк» йәмәғәт төркөм ағзаларының өсөнсө тапҡыр ҡатнашыуы.
Урман ултыртыусыларҙы хеҙмәт ҡоралдары һәм ҡарағас үҫентеләре менән урман хужалығы идаралығы тәьмин иткән.
Әлшәй урман хужалығы, Башҡортостан экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ярҙамында ойошторолған экологик акцияла 5 гектар майҙанда урман яңыртылды.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһына Дәүләкән районында Өфөнән йөҙгә яҡын ирекмән һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булған экологтар ҡатнашты. Сара баррышында 40 меңлән ашыу ҡарғастар ултыртылды.
Гүзәл Борханова






