Республика көнө алдынан Өфөнөң Ленин районы хакимиәте тантаналы сара уҙғарҙы

Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтте. Байрам алдынан һөнәр оҫталарын тәбрикләү йолаға әйләнгән. Табиптар, уҡытыусылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүселәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ленин районы хакимиәте башлығы йыл дауамында башҡарылған эштәргә байҡау яһап, яҡын киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Өфөнөң йәш граждандарын да алҡыштар менән ҡаршы алдылар. 14 йәшлек малай һәм ҡыҙҙарға төп рәсми документтар - Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. Шулай уҡ биш бала тәрбиләүсе Гөлназ Дәүләтбаеваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ