Республиканың көнбайышын көнсығыш менән тоташтырған һәм Өфөнән Белорет, Магнитогорск ҡалаларына илткән магистраль ҙур функция үтәй. Быға тиклем юлсыларға Ырымбур аша йөрөргә тура килгән.
Тимер юлды асыу заманында урындағы ауылдарҙың, урман сәнәғәтен үҫтереүгә көслө этәргес бирә. Йөк ташыу составтары уның аша Байкал-Амур магистраленә сыға. Шуға ла халыҡ араһында йүнәлештең «Башҡортостан БАМ»ы тигән атамаһы таралыуы осраҡлы түгел. 203 саҡрымға һуҙылған тимер юлды төҙөүҙә Советтар Союзыының төрлө төбәктәренән килгән йәштәр ҡатнаша. Шуға ла нәҡ улар юбилей байрамының төп ҡунаҡтарына әүерелде. Дата уңайынан Куйбышев тимер юлы етәкелеге менән берлектә улар 45 миләш үҫентеһе ултыртты.






