2021 һәм 2022 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары өсөн Кристина Андрианова, Резеда Таһирова менән Лиана Мкртчяндың ижади коллективы һәм Илнур Хәйруллин бүләкләнде. Тантана Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин рәйеслегендә уҙҙы.
Тыуған ил кесе Ватандан башлана. Рәссам Резеда Таһирова эштәрендә донъяға ауаз һалған атайсалын һәм ауылдаштарын һүрәтләй.
Йәштәр премияһына тәҡдим ителгән «Тыуған илем-минең ерем» коллекцияһына Резеда Таһированың ҡылҡәләме төшөргән 12 ижади эш ингән. Тағы 12 эш уның курсташы Лиана Мкртчяндыҡы. Улар бергәләп, күп милләтле Башҡортостандың хозурлығын киләһе быуындарға еткерә.
Кристина Андрианованың шиғырҙары 2001 йылдан төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күрә. Әле ул 5 шиғри китап авторы. Әҫәрҙәре Рәсәй һәм сит илдәрҙә йыш баҫыла.Төрки телле авторҙарҙы рус теленә нәфис тәржемәләү менән дә танылған.
Уның «300 сармат» шиғырҙар йыйынтығы һәм нәфис тәржемә үҫешенә индергән өлөшө Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ тип табылды. Лауреат тыуған ере Башҡортостанға ғашиҡ. Европа һәм Азия ҡитғалары киҫешкән тупраҡтар төрки, славян һәм фин-уғыр тарихы менән һуғарылған. Ижад кешеһен был байыта ғына тигән фекерҙә әҙибә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин, ҡурай сәнғәтен үҫтереү һәм халҡыбыҙҙың мәшһүр музыка ҡоралын популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Химия фәнен бәлеү һәм халыҡ музыкаһы менән ҡыҙыҡһыныу Илнурҙы яңы асышҡа этәргән. Ул поливинилхлоридтан, ябай тел менән әйткәндә, пластиктан ҡурай эшләүгә өлгәшкән.
Лауреаттарҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тәбрикләне. Республика йәштәр премияһы һәләтле ижадсыларға яңы этәргес бирә, дәүләт һәм йәмәғәт танылыуын яуларға мөмкинлек өҫтәй, тип белдерҙе ул телмәрендә.
Башҡортостанда дәүләт йәштәр премияһы 30 йыл самаһы тапшырылып килә. Әлегә тиклем уның менән 94 кеше бүләкләнгән. Лауреттар араһында республикала ғына түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған шәхестәр бихисап.
Рафиҡ Әхмәтшин






