Бөгөн Өфө районында Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексанр Новак һәм Беларусь премьер-министры Роман Головченко Белоруссияның "АМКОДОР" холдингы майҙансығында булды. Бында иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводы асылды. Вице-премьер Александр Новак Рәсәй һәм Беларусь араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеген юғары баһаланы. - Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре үҫешенә юл асҡан халыҡ-ара хеҙмәттәшлеклектең аныҡ өлгөһө, - тине ул. Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй хөкүмәттәренә проектҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. - Иген таҙартыу комплекстарына Рәсәйҙә ихтыяж ҙур. Беҙҙең республикаға ғына алдағы йылдарҙа 120 иген киптереү комплексы һәм 500 иген таҙартыу машинаһы кәрәк, - тине Башҡортостан Башлығы.





