Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә сараһы уҙҙы

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Иглин районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә сараһы уҙҙы. Акция ауылдың Мәҙәниәт йорто коллективтары башҡарыуындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауылдың Михаило-Архангел храмы диндарҙары башланғысында ойошторолған акцияла теләге булған һәр кем матди ярҙам күрһәтә алды. Йыйылған аҡса хәрби операцияла биләмәһендәгеләргә кәрәк-яраҡ һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Изге эшкә урындағы халыҡ, хәрби бәрелештәр ветерандары, ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡушылды. Быға тиклем дә сиркәү хеҙмәткәрҙәре 30 тонна йәшелсә-емеш эшкәртеп, оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтар әҙерләгән һәм махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ