«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән медицина учреждениеһы ауыл халҡы өсөн көтөп алынған бүләк. Яңы фаптың мөмкинлектәрен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барланы.
Һарыш ауылы халҡы өсөн ҙур байрам. Йәшәйеш өсөн мөһим сараны олоһо-кесеһе көтөп алған. Улар бөгөндән бөтә уңайлыҡтары булған заманса модулле фапта сәләмәтлеген яҡшыртасаҡ.
Рәмзиә Хөснулла ҡыҙы Ғабдуллина өс тиҫтә йылдан ашыу һаулыҡ һағында. Ауылдаштарының ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырлы ҡатындарҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе һауыҡтырыу - уның иңендә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған фельдшерҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы тигән маҡтаулы исем менән баһаланды.
Районда яҡын киләсәктә тағы ла 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу күҙаллана, махсус әҙерлекле медицина бегестәренә ҡытлыҡ юҡ. Шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға Салауат ҡалаһы медицина училищеһында махсус белем бирелә. Заманса технология буйынса төҙөлгән, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһаҙландырылған биналар фельдшерһыҙ буш тормаясаҡ.
Оҙаҡ көттөрмәй фапҡа тәүге пациенттар ағыла башланы. Хаҡлы ялдағылар өсөн медицина учреждениеһының ауыл уртаһында урынлашыуы айырыуса уңайлы.
Һарыш Мәләүез үҙәк район дауаханаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер медицина ярҙамы алыу өсөн юл йөрөйһө түгел.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, яман шеште иртә стадияла асыҡлау, интернет ярҙамында консультация ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, фаптың үҙендә диспансер тикшереү үтергә лә мөмкин буласаҡ. Балаларға прививка яһау, йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау ҙа бер урында башҡарыла.
Һарышта социаль объект файҙаланыуға тапшырылыуы - дәүләттең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алып барылған уңышлы сәйәсәте һөҙөмтәһе. Беренсел медицина звеноһын модернизациялау йәмғиәтебеҙҙе сәләмәт, ә кешеләрҙе һау һәм бәхетле итеүгә киң мөмкинлектәр аса.
Һарышта 347 кеше ғүмер итә, уларҙың 65-е балалар, 12-һе мөмкинлектәре сикләнгән граждандар. Заманса модулле ФАП асылыуы ауыл кешеләренә урында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеп, сирҙәрҙе иртә диагностикалап, халыҡҡа ғүмерҙәрен оҙатыйрға, йәшәү кимәлен күтәрергә булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова



