Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған объект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса тәртипкә килтерелде. Яңыртылған мәҙәниәт йорто бинаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана ла урынлашасаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Йыр-моң аҫтында асылған Ибраҡай мәҙәниәт йортонда байрам кәйефе бер ваҡытта ла тынмаҫ тип ышана ауылда йәшәүселәр. Ҙур булмаған клуб төрлө быуын вәкилдәренең яратҡан ял урыны. Хаҡлы ялдағылар мәҙәниәт усағы төҙөкләндерелеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Яңыртылған бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана ла урынлашасаҡ.
Ибраҡай ауылындағы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса үткәрелде. Августа Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе төҙөлөштө тиҙләтеп объектты Республика көнөнә асыу бурысын ҡуйғайны.
Республика көнө уңайынан Стәрлебаш ауылында ла байрам саралары уҙҙы. Советтар Союзы геройҙары Сафа Хәсәнов, Абдулла Әхмәтов һәйкәлдәренә сәскә гөлләмәләре һалынды. Сарала йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәш шайморатовсылар ҡатнашты.
Республика көнө уңайынан тантаналы саралар төбәктең барлыҡ район-ҡалаларында ойошторола. Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгө менән киләсәкте бергә бәйләй.
Флорида Ким






