“Беларусь ере батыр милләттәштәребеҙҙең эҙен һаҡлай”. Шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина шулай тип белдерҙе. Ул был көндәрҙә Белорусияла Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ҡатнаша.
Башҡортостан яҙыусылары белорус әҙиптәре менән осрашты, музейҙа булды, китап күргәҙмәләрендә ҡатнашты. Шулай уҡ "Беларусьфильм" киностудияһы менән танышты. Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторола.







