«Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһының бишенсе көҙгө миҙгеле сиктәрендә Георгий Рутто исемендәге парк ҡалдыҡтарҙан таҙартылды. Шулай уҡ элек ултыртылған үҫентеләрҙе тәрбиәләнде. Республиканың күренекле урмансыһы Георгий Михайлович Рутто исемен йөрөткән парктың дөйөм майҙаны ете гектар тәшкил итә. Ул Өфө урмансылығы биләмәһендә, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы менән Өфө лимонарийы араһында урынлашҡан.






