4-се «Студенттар стартапы» конкурсы «Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Быйыл унда Башҡортостандың 99 инновация проекты хуплау тапҡан.
Конкурс еңеүселәренең береһе - Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты студенты Валерий Гаврилин. Ул табип-стоматологтар өсөн мобиль ҡушымта уйлап тапҡан. Валерий Гаврилин әйтеүенсә, уның ярҙамында пациенттың ауыҙ ҡыуышлығын анализларға һәм диагноз ҡуйырға, хатта яман шеште асыҡларға мөмкин. Эшҡыуарлыҡ проектын тормошҡа ашырыу өсөн проект авторы 1 миллион һум күләмендә грант отҡан.



