Белоруссия делегацияһы Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша. “Беларусь беҙҙең өсөн мөһим партнер. Бик яҡшы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әммә бөгөн беҙгә яңы проекттар кәрәк булыуын аңланыҡ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Роман Головченко белдереүенсә, Беларусь һәм Башҡортостан араһында тауар әйләнешен 1 миллиард долларға еткереү бурысы тора.
Беларуссияла Башҡортостан әҙәбиәте көндәре үтә. Бөгөн Минск ҡалаһында ике төбәк дуҫлығына арналған ҙур сара ойошторола.




