Маҡсат тышҡы сауҙа әйләнешен 1 миллиард долларға еткереү. Быйыл ете ай күрһәткесе 179 миллион доллар тәшкил иткән.
Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа үҙ-ара сауҙала ғына түгел, белорус коллегалары менән сәнәғәт кооперацияһын ойоштороуҙа ла уңышҡа өлгәшелеүен билдәләне. Сәнәғәт кооперацияһы үҫешә, агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләүҙә, пилотһыҙ авиацияла проекттар тормошҡа ашырыла, гуманитар бәйләнештәр һәм туристик алмашыуҙар киңәйә. Июндә уҙған Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы сиктәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә бай ассортиментлы - меңгә яҡын тауар позицияһы булған Белорус продукцияһы менән аҙыҡ-түлек магазины асылды.
Шулай уҡ эшлекле стилдә кейем тегеүгә махсуслашҡан Гомель компанияһының Өфөлә Рәсәйҙәге беренсе фирма магазины эшләй башланы.
«Мораҙым тарлауығы « тәбиғәт паркына Беларусиянан алынған зубрҙар ебәрелде. Ноябрь аҙағына тиклем тағы ла 9 зубр өҫтәләсәк, тине төбәк етәксеһе. Авиарейсты аҙнаһына ике тапҡыр ойоштороу күҙаллана. Ғөмүмән, төрлө йүнәлештәр буйынса 20 инвестиция проекты ҡарала.



