Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания менән тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Етәкселәр Башҡорт шағиры һәм сәйәси эшмәкәре, милли-азатлыҡ хәрәкәте активисы Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, төбәктең закондар сығарыу, башҡарма һәм муниципаль власть органдары, Ш.Бабич исемендәге республика премияһы лауреаттары ла ҡатнашты.
Байрам ҡунаҡтары Республиканың азатлыҡ символы, башҡорт милли геройы Салауат Юлаев рухын да иҫкә алды. Ағиҙел яры буйында ҡурай моңо тауышына геройҙың һәйкәленә сәскә һалынды. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Уның авторы - скульптор Сосланбәк Тавасиев. Рәсәйҙә һәм Европала иң ҙур атлы статуя 10 метрлыҡ постаменттан тора, бейеклеге 9 метрҙан ашыу.



