Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар-практикум үтте

Ҡул эше оҫталары байрамы. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән «Хазина» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар- практикум үткәрҙе. Был хаҡта киләһе репортажда.

Оҫталар ҡулдар бер урында. Бында балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, сергетыш, ҡорама тегеү, таҫтар сигеү, милли кейем өлгөләрен эшләүселәр ҙә булды. Сарала ҡул эштәренән күргәҙмә генә ойошторолоп ҡалманы, ә ҡатнашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде. Зауыҡ менән эшләнгән, күҙҙең яуын алып торған әйберҙәр һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

“Хазина” клубында берләшкән ҡатын -ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың боронғо милли кейемдәрен, биҙәүестәрен , халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, төбәгебеҙгә хас тамғаларын төптән өйрәнеп халыҡ ихтибарына тәҡдим итә. Ә уҙғарылған семинар-практикумда Баймаҡ, Сибай, Йылайыр оҫтабикәләренең һәр ҡайһыныһы үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Төбәккә хас биҙәк элементтарын дөрөҫ итеп эшләү зарур, тип һанай сараны ойоштороусылар. Оҫталыҡ байрамында һәр ҡатнашыусы тағыла ла бер шөғөл алып ҡайтты. Ысынлап та, оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре.

Р.Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ