Башҡортостанда йорттар төҙөлөшө йылдам бара. Уҙған йылда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл ҙурыраҡ маҡсат ҡуйылған, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда шулай уҡ юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта. Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе - Өфөлә 90-сы йылдарҙа эштәр туҡтап ҡалған Көнсығыш юл төҙөлөшөн башлау.







