Минск ҡалаһында үткән Башҡортостан әҙәбиәте көндәре барышында ошо турала белдерелде. Минск яҙыусылар берлеге рәйесе Михаил Поздняков һөйләй.
Белорус шағирәһе Инна Фролова Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын тәржемә иткән. “Башҡорт ижадсыһының тәрән уй-кисерештәрен уҡыусыға еткерә алыуыма шатмын”, - ти тәржемәсе.
Беларусь республикаһында Башҡортостан әҙәбиәте көндәре бөгөн тамамлана.







