Билдәле сәхнә йондоҙона бөгөн 81 йәш тула. Нурия Ирсаева театр һөйөүселәренә төрлө образдарҙы уңышлы һынландырыусы актриса булараҡ таныш. Улар араһында "Тапшырылмаған хаттар" спектаклендә - Ғәлиә роле, "Мөхәббәт ҡарағы"нда Фаягөл, "Бәхет хаҡы”нда Әминә. Һәр нәмәлә уңыш сере мөхәббәттән килә, ти Нурия Ирсаева.







