Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башҡарылған. Яңыртылған баҡсаны асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров һәм Абхаз республикаһы президенты Аслан Бжания ҡатнашты.
Яңыртылған парк асылыу уңайынан Йәш тамашасы театры ҡунаҡтар өсөн «Ал сәскә» әҫәрен сәхнәләштергән. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, әкиәтте ҡарарға олоһо ла, кесеһе лә килгән. Яңыртылған балалар майҙансығы, скейт парк, китапхана - үҙгәрештәр ҡыуандыра.
Мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған реконструкция эштәре һөҙөмтәһе менән республика етәксеһе Радий Хәбиров, Абхаз республикаһы президенты Аслан Бжания, абруйлы ҡунаҡтар ҙа танышты. Улар Аксаковтың ғаиләһен сағылдырған яңы скульптура, ял зонаһын ҡараны, баҡсаның тарихына байҡау яһаны. Республика башлығы ял итеүселәрҙе Республика көнө менән ҡотлап, шәп бүләк яһаны.
Парктың дөйөм майҙаны - 3 гектарҙан ашыу. Реконструкция барышында ул тарихи ҡиммәтен һәм тышҡы йөҙөн юғалтмаған, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелгән. Яҡтыртыу, фонарь уттары әҙип йәшәгән осор стилендә эшләнгән. Паркта шулай уҡ китапхана ла бар.
Пушкин урамы яғынан 1956 йылғы колонналар менән арка ла тергеҙелгән. Шуныһы мөһим, тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыу өсөн өфөләр үҙҙәре үк күпселек тауыш биргән.
Лилиә Мәҡсүтова






