Республика көнөндә 900-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шайморатовсылар сафына ҡабул ителде

Өфөнөң Совет майҙанында малай-ҡыҙҙар тоғролоҡ антын биреп, тантаналы марш менән үтте. Балаларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Миңлеғәле Шайморатов исеменә тап төшөрмәй, тыуған еренә һәм иленә тоғро булып үҫергә ант иткән малай-ҡыҙҙар Совет майҙанында. Теүәл бер йыл элек легендар комдив иҫтәлегенә асылған мөһабат һәйкәл эргәһендә улар шайморатывсылар сафына ҡабул ителде.

Республика көнөндә төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған 900-ҙән ашыу бала шайморатывсылар сафына ҡабул ителде. Тантанала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания һәм башҡа юғары ҡунаҡтар тәбрикләне. Республика етәксеһе уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, был көн уларҙың тормошонда яңы осорға юл асыуын билдәләне.

Республикала өс йыл элек асылған шайморатов класстары яңы уҡыусылар менән тулылана. Илһөйәрлек дәрестәренән һәм төп уҡыу программаһынан тыш, улар һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек һәләттәренә өйрәнә. Был дәрестәр малай-ҡыҙҙарҙың физик сәләмәтлеген нығытыу , рухи көс өҫтәү маҡсатында ойошторола.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ