Өфөнән 46 кеше «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса Абхазияға юлланды

Республика көнөндә Ҡара Диңгеҙ буйына ялға. Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостанға сәфәр ҡылған мәлдә, беҙҙекеләр Пицунда пляжына юлланды. Сәфәр «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса асылған сираттағы йүнәлеш. Хаҡлы ялдағыларҙың тәүге төркөмө 46 кешенән тора. Уларҙы ялға БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин оҙатып ҡалды.

Әхирәттәр менән ялға. Баймаҡ районынан Әлфиә Ғәҙелшина тәжрибәле сәйәхәтсе. Хаҡлы ялдағы ханым донъяның төрлө гүзәллектәрен күргән. Әммә «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проектында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Әхирәттәре менән уға Абхазия йүнәлешенә асылған программаның тәүге сәфәренә эләгеү бәхете тейгән.

Абхазия Совет халҡының яратҡан ял урыны. Пицунда пляжы, Гагра ҡалаһы профсоюздан Ҡара диңгеҙ буйына юллама менән бүләкләнгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҡәҙерле хәтирәһе. Республика башлығы ҡушыуы буйынса Абхазия «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. туризм» проектына индерелде.

Сәфәр алдынан турист ваучерҙары ентекләп тикшерелә. Оло йәштәгеләрҙең ялын күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн барлыҡ саралар күрелгән. Башҡортостан сәйәхәтселәре Абхазияның иҫтәлекле урындарында буласаҡ. Программала төрлө экскурсиялар ҡаралған.

Кушнаренко районы Ҡалтай ауылынан Фирүзә Ибраһимова «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса республиканың иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылған. Сиратта - Абхазия.

Башҡортостандан 46 оло йәштәге турист Абхазияға юл яра. Уларҙың тәьҫораттарынан сығып республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы киләһе йылдарға план төҙөргә иҫәп тота. Шуға ла белгестәр, сәйәхәтселәрҙең Ҡара диңгеҙ буйында ялы тураһында фекерҙәрен дә көтөп ҡала.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ