Республика көнөнә арналған телемарафон яңы миҙгелгә старт бирҙе. БСТ телеканалы тамашасыларҙы яңы студия һәм биҙәлеш менән генә түгел, ә өр-яңы тапшырыуҙар менән дә ҡыуандыра.
33 йыл дауамында 11 октябрь Республика көнө булараҡ билдәләнә. Башҡортостандың төрлө нөктәләрендә байрам саралары үтә. Ә республиканың төп телеканалы был көндә ҙур телемарафон сиктәрендә яңы телевизион миҙгелгә старт бирҙе.
Заман ҡуйған яңы шарттарҙа Башҡортостандың көслө һәм ҡыйыу кешеләре берләшә. Алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Ил һағында тороусылар, үҙ ирке менән фронтҡа китеүселәр һәм, әлбиттә, ныҡлы тыл. Былар хаҡында зәңгәр экрандар аша яңы телевизион проекттар һөйләйәсәк. Документаль фильмдар шәлкемен «Махсус хәрби операция геройҙары», «Ҡайтарылған исемдәр» тулыландыра. Һәр йәкшәмбе «Махсус хәрби операция яңылыҡтарын» ҡарағыҙ.
Республиканың күп милләтле халҡы өсөн “Башҡортостан орнаменты”, ә Уҡытыусы һәм остаз йылына рус һәм башҡорт телдәрендә “Остаз” телетапшырыуы эфирға сыға. “Баженов атласы” менән “Башҡортостан каникулдары” яңы сығарылыштары менән ҡыуандырасаҡ.
Республика көнөндә БСТ телеканалы тамашасыларҙы байрам телемарафоны менән ҡыуандыра. Бөгөн төрлө майҙансыҡтарҙа барған сараларҙы беҙҙең телеканал көн дауамында яҡтырта.
«Яңылыҡтар» сығарылышы иһә, ғәҙәттәгесә, оператив хәбәрҙәр еткереп торасаҡ. Иртәнән алып кискә тиклем редакция хәбәрселәре, мөхәррирҙәр, операторҙар, ҡораусылар һәм координация бүлеге телевизор ҡараусыларға рәсми мәғлүмәт, ҡыҙыу яңылыҡтар еткереүен дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова






