Ит һәм һөт ризыҡтары, бал, сәскә һәм ағас үҫентеләре, йәшелсә-емештәр - сауҙа рәттәре аҙыҡ-түлектең бөтә төрҙәрен тәҡдим итә. Һатып алыусыларҙы продукцияның юғары сифаты, экологик яҡтан таҙалығы һәм сағыштырмаса арзан булыуы йәлеп итә. Һатыусылар ҙа ҡәнәғәт. Йүнселдәр араһында пенсия йәшендәгеләр күп булғанын иҫәпкә алғанда, йәрминкә улар өсөн ярайһы уҡ килем сығанағы булып тора.
Һатыусылар белдереүенсә, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында ауыл хужалығы продукцияһына һорау юғары. Бал, һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа кискә тиклем һатылып бөтә. Йәрминкә ял көндәрендә баш ҡалала Спорт һарайы, «Волна» паркы, Эшсе хәбәрселәр, Хәҡиҡәт урамдарында эшләй. Фермер һәм шәхси хужалыҡтар өсөн сауҙа урындары бушлай бүленә.






