Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың географик үҙәге - Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры Зөлғәнифә Әсфәндиәрова күркәм ғүмер барамын - 95 йәшлек юбилейын билдәләй. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән алдынғы сөгөлдөрсөнөң тормош юлы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Зөлғәнифә Шакир ҡыҙының тыуған көнөнә бүлә-бүләсәләре береһен-береһе уҙҙырып сағыу һәм йөкмәткеле һүрәттәр төшөргән. Ошо нигеҙҙә 1948 йылдан ғүмер итә ағинәй. Тормош иптәше Ғәләүетдин Әсфәндиәров менән биш балаға ғүмер бирәләр. 14 йәшенән үгеҙ егеп колхоз эшенә тотонған Сәйетбаба ауылы ҡыҙы, килен булып төшкән ауылы Еректә лә һынатмай.

Әммә көйлө генә барған тормошон артабан итәк тулы балалары менән яңғыҙына тартырға тура килә. 37 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлмәй, колхоз эшенә сума. 1972 йылдан сөгөлдөрсөләр звеноһын етәкләй. «Ленинизм» колхозының 52 ҡатын-ҡыҙҙан торған звеноһы социалистик ярышта еңеүселәр рәтенә сыға. Тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Зөлғәнифә Шакир ҡыҙы 1974 йылда «Почет Билдәһе»ордены менән бүләкләнә. Бер-нисә йыл ауыл советы, 1977 йылда район Советы депутаты итеп һайлана. Биш балаһы ла тырыш, эшсән булып үҫә. Дүрт ҡыҙын яҙмыш елдәре алыҫ көнсығышҡа ташлай. Улы Рәмил атаһы нигеҙендә төпләнә. Әле Зөлғәнифә Әсфәндиәрова ейәне Данис ғаиләһе тәрбиәһендә бәхетле ғүмер кисерә. Бүлә-бүләсәләренең өләсәйҙәре менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

Зөлғәнифә Әсфәндиәрованы ауылдаштары көслө рухлы кеше, һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын яҙмыш һынауҙарына бирешмәй лайыҡлы үтеүсе ағинәй булараҡ хөрмәт итә. Хеҙмәт ветераны үҙе лә «Үҙ данымды үҙем эшләнем, беҙҙең юлды бөгөн балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр дауам итә», тип ҡыуанып йәшәй.

Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән юбиляр Әсфәндиәровтар нигеҙенең ҡото. Һәр һүҙен самалап һөйләп, һис кемдең күңелен ҡыймай, балаларына бәхет өләшеп, ил-йортҡа тыныслыҡ теләп ғүмер кисерә

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ